



ЛОГОПЕДиЯ
Скороговорка - Тиҙәйткес
Для того чтобы научиться четко и красиво выговаривать звуки в словах, в каждом языке существуют скороговорки.
Башкирский язык - не исключение. Представляем Вашему вниманию подборку самых интересных скороговорок (Тиҙәйткестәр).
1) Үгеҙегеҙ үҙегеҙҙекеме? Мөгөҙө үҙегеҙҙекеме?
Үгеҙебеҙ үҙебеҙҙеке! Мөгөҙө үгеҙебеҙҙеке.
2) Алланған алма аша,
Балдары тама-тама.
Аша алһыу алманы,
Балына мана-мана.
3) Мейес башында биш бесәй,
Биш бесәйҙең биш башы,
Биш бесәйҙең биш башына
Төшмәһен мейес ташы.
4) Һарыҡ һап-һоп баҫып,
һыйырға һыйланырға килгән,
һыйыр, һәлпелдәй-һәлпелдәй,
һармаҡ һарыҡты һап-һары
һалам менән һыйлаған.
5) Батырҙың эше лә батыр, һүҙе лә батыр, үҙе лә батыр, йөҙө лә матур.
6) Ҡара ҡарға ҡарҙан бара ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
7) Сейәлек соҡорон сыҡҡан саҡта сей сейәне сәйнәй-сәйнәй сикәләрем сатнаны.
8) Ҡараңғыла ҡара ҡарғаға ҡараным. Ҡара ҡарғаға ҡараңғыла ҡараһаң да, ҡарамаһаң да, ҡара ҡарға, ҡара ҡарасҡыға ҡарағанда ла, ҡарараҡ һымаҡ ҡарап тора.
9)Ҡарамалы ауылының Ҡарағолона ҡараманан сана ҡарамалатырға биргәйнем: ҡарамаланымы икән, ҡарамаламанымы икән, ҡарамалаһа ла, ҡарамаламаһа ла, ҡарамалау-ҡарамаламауына ҡарамаҫтан, барып ҡына ҡарап алып ҡайт.





Баланы уятыу, йыуындырыу, ашатыу, йоҡларға һалыу өсөн һамаҡ-таҡмаҡтар
![]() | ![]() | ![]() |
|---|---|---|
![]() | ![]() |
Башҡорт халыҡ әкиәттәре
Нажмите на картинку. чтобы скачать сказки и чистоговорки
Тел төҙәткестәр









